+15 °С
Болотло
Башгидрометтан хәбәр итеүҙәренсә, иртәгә Башҡортостанда урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -10, -15, аяҙытҡанда -20, -25 градус. Көндөҙ -6, -11, урыны менән -1 градус.
Йәкшәмбе, 29 ғинуарҙа, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Шулай уҡ урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -10, -15, аяҙытҡанда -20, -25 градус. Көндөҙ -6, -11, урыны менән -1 градус.
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда февралгә һауа торошо тураһында хәбәр иткәйне.