+15 °С
Болотло
Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 19 февралдә көндөҙ бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ –10...–9, төндә –7 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнсығыштан һәм көнсығыштан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 20 февралдә, шулай уҡ бер аҙ ҡар яуа. Көндөҙ һәм төндә –7...–5 градус һалҡын буласаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан һәм көньяҡтан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Киләһе аҙнаның икенсе көнөндә, 21 февралдә, күп итеп ҡар һәм ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, буран сығыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ –2...–1, төндә –7..–5 градус тәшкил итә. Ел секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә, йүнәлешен үҙгәртеүсән.