+15 °С
Болотло
Синоптиктар прогноздары буйынса, яҙҙың беренсе айында һауа температураһы норманан (5,1 градус) 1 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә. Айлыҡ яуым-төшөм күләме нормаға тап киләсәк һәм 20-40 мм тәшкил итәсәк тип күҙаллана.
Март күберәк болотло булыуы прогнозалана. “Яндекс. Һауа торошо” мәғлүмәттәренән күренеүенсә, был айҙа беҙҙе 19 көн оҙайлы яуым-төшөмдәр һәм аяҙлы-болотло 11 көн көтә.
Киләһе көндәрҙә республикала ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, еңелсә, урыны менән көсәйеүсән.
Һауа температураһы 2-3 мартта көндөҙ –10...–5, төндә –15...–10 градус тәшкил итә.