+15 °С
Болотло
Синоптиктар прогнозлауынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында һауа температураһы үҙгәреүсән булыуы көтөлә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 11 мартта, болотло була, ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +1...+2 булһа, төндә –9 градусҡа тиклем һыуыта. Ел төньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 12 мартта, шулай уҡ болотло булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ һәм төндә +1...+2 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Киләһе аҙнаның беренсе көнөндә, 13 мартта, болотло була төндә ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Һауа температураһы +2...+4 градус буласаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә.