+15 °С
Болотло
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 16 мартта, республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы +3...+8 градус. Ел көньяҡтан, еңелсә
Иртәгә, 17 мартта, шулай уҡ яуым-төшөмдәр булмаясаҡ. Һауа температураһы төндә –5...0, урыны менән –10 градусҡа тиклем түбәнәйә. Көндөҙ 4-9 градус йылы.
Шәмбелә, 18 мартта, Башҡортостанда урыны менән бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр һәм ҡар яуыуы прогнозлана. Һауа температураһы төндә –5...0, көндөҙ 0...+5 градус. Ел көньяҡтан һәм төньяҡтан, еңелсә, урыны менән көсәйеүсән.