Һауа торошо Погода
4 Апрель 2023, 04:35

Башҡортостанда һауа температураһы рекорд артынан рекорд ҡуя

Был климатҡа ни булған?

Башҡортостанда һауа температураһы рекорд артынан рекорд ҡуяБашҡортостанда һауа температураһы рекорд артынан рекорд ҡуя
Башҡортостанда һауа температураһы рекорд артынан рекорд ҡуя

Быйыл республикала көндәр март башынан йылытып,  ай аҙағына ҡар иреп тә бөттө тиерлек. Башҡа йылдар менән сағыштырғанда, яҙ байтаҡҡа иртә килде.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, Өфө-Дим аэрологик станцияһында 2023 йылдың 3 апрелендә һауа температураһының абсолют максимумы теркәлгән, ул +19,5 градус тәшкил иткән. 28 йыл элек, 1995 йылдың 3 апрелендә ҡуйылған рекорд +16,4 градус булған, тип яҙа “Башинформ”.  Шулай уҡ мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2 апрелдә 45 йыл элек ҡуйылған рекорд яңырған – ул +17,1 градусҡа еткән, ә 1978 йылда +15,4 градус булған.

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 4 апрелдә, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ +14...+19 градус тәшкил итәсәк. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан, еңелсә.

Шаршамбыла, 5 апрелдә, һиҙелерлек яуым-төшөм булмаясаҡ. Термометр бағаналары төндә –2...+3, таулы райондарҙа –7-гә тиклем, көндөҙ  +13...+18, урыны менән +8 градус күрһәтәсәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас