Һауа торошо Погода
14 Апрель 2023, 10:11

Башҡортостандағы көслө ел эҙемтәһеҙ үтмәне ВИДЕО

Бөгөн  республикала көслө ел хакимлыҡ итә.

 

 Баймаҡ районында ел арҡаһында йөк машинаһы юлдан төшөп киткән. ВИДЕО

- Баймаҡ яғына ҡарай көслө ел, - ти видеояҙма авторы һәм водителдәрҙе һаҡ булырға саҡыра.

Кадрҙан күренеүенсә, йылҡы тейәлгән "Газель" машинаһы юлдан төшөп киткән. Бында көслө ел һәм бер туҡтауһыҙ ҡар яуа.

Шул Баймаҡ районында ел туҡталышты кешеләрҙең баҡсаһына алып ырғытҡан. ВИДЕО

Үҙебеҙҙең Яңыбайҙа ла рашҡы яуып үтте. 

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы  көслө ел ваҡытында өйҙә ултырырға саҡыра!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас