Һауа торошо Погода
20 Апрель 2023, 04:25

Синоптиктар Ураҙа байрамында Башҡортостан халҡын ниндәй һауа торошо көтөүе тураһында хәбәр итте

...

Синоптиктар Ураҙа байрамында Башҡортостан халҡын ниндәй һауа торошо көтөүе тураһында хәбәр иттеСиноптиктар Ураҙа байрамында Башҡортостан халҡын ниндәй һауа торошо көтөүе тураһында хәбәр итте
Синоптиктар Ураҙа байрамында Башҡортостан халҡын ниндәй һауа торошо көтөүе тураһында хәбәр итте

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, бөгөн, 20 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көнсығыштан, еңелсә. Һауа температураһы көндөҙ +13...+18 градус тәшкил итәсәк.

Иртәгә, Ураҙа байрамы көнөндә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы төндә +2...+7 градус, аяҙығанда –3-кә тиклем һыуыҡ, көндөҙ +14...+19 градус буласаҡ.

Шәмбелә, 22 апрелдә, республика буйынса төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар прогнозлана. Көньяҡтан, аҙаҡ төньяҡтан еңелсә ел иҫә, урыны менән көсәйеүсән. Термометр бағаналары төндә +2...+7, көндөҙ +8...+13 градус күрәһәтәсәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас