

Яндекс. Һауа торошо сервисы мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында бөгөн, 25 апрелдә, көндөҙ аяҙлы-болотло буласаҡ, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ 21-22 градусҡа тиклем йылынасаҡ, төндә +12...+14 градус тәшкил итәсәк. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Шаршамбыла, 26 апрелдә, болотло, әммә яуым-төшөмһөҙ көн прогнозлана. Һауа температураһы көндөҙ +22...+23, төндә +11...+16 градус буласаҡ. Ел башлыса көньяҡтан иҫә, уның тиҙлеге көндөҙ секундына 8-9 метрға етәсәк.
Кесе йомала, 27 апрелдә, аяҙайыусан болотло буласаҡ. Һауа температураһы көндөҙ +22 градусҡа тиклем күтәрелә, төндә +6...+13 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.