

Синоптиктар прогнозы буйынса, 5 майҙан 7-һенә тиклем Ейәнсура районында һауа торошонда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй. Көндәр башлыса аяҙ буласаҡ. Һауа температураһы көндөҙ +22...+24, төндә +6...+7 градус тәшкил итәсәк. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан 3-4 м тиҙлектә иҫә.
8 майҙан иһә районда көндәр болотлауы һәм һауа температураһы көндөҙ +11...+12-гә тиклем түбәнәйеүе көтөлә, төндә +6...+7 градус буласаҡ. Ямғыр яуыуы ихтимал. Ел башлыса төньяҡтан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә. Еңеү көнөндә, 9 майҙа ла шундай уҡ һауа торошо прогнозлана.