Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, ҡырау төшөүе көтөлә

Синоптиктар Башҡортостанда киләһе көндәргә ниндәй һауа торошо көтөлөүен хәбәр итте

Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, ҡырау төшөүе көтөләҠыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, ҡырау төшөүе көтөлә
Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, ҡырау төшөүе көтөлә

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса бөгөн, 10 майҙа, республиканың көньяғында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуа. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан, еңелсә. Һауа температураһы көндөҙ +12...+17, урыны менән 7 градус йылы.

11 майҙа төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, көндөҙ яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан, еңелсә, республиканың көньяғында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +1...+6 градус, көнсығышта 0...–3 градусҡа тиклем һыуытып, ҡырау төшә, көндөҙ +14...+19 градус.

12 майҙа төндә урыны менән, көндөҙ республика буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, көньяҡ райондарҙа күк күкрәүе көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан, еңелсә, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3...+8 градус, көндөҙ +11...+16, көньяҡта 6 градус йылы.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас