Ейәнсурала 23 градусҡа тиклем йылыта

Киләһе өс көнгә Ейәнсура районында һауа торошо прогнозы

Ейәнсурала 23 градусҡа тиклем йылытаЕйәнсурала 23 градусҡа тиклем йылыта
Ейәнсурала 23 градусҡа тиклем йылыта

Яндекс. Һауа торошо сервисы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ейәнсура районында бөгөн, 15 майҙа, көндөҙ аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +19...+21, төндә +6...+12 градус тәшкил итәсәк. Ел башлыса көнсығыштан, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 16 майҙа, көндөҙ аяҙлы-болотло, төндә болотло була, яуым-төшөм көтөлмәй. Көндөҙ +21...+26, төндә +12...+16 градус йылы буласаҡ. Ел көнсығыштан һәм төньяҡ-көнсығыштан секундына 4 м тиҙлектә иҫә.

Шаршамбыла, 17 майҙа, көндөҙ аяҙлы-болотло, төндә болотло була, яуым-төшөмһөҙ булыуы прогнозлана. Термометр бағанаһы көндөҙ +22, төндә +12...+16 градус күрһәтәсәк. Ел көнсығыштан һәм төньяҡ-көнсығыштан секундына 9 метрға тиклем тиҙлектә иҫә.

Ә. Әйүпова фотоһы.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас