Республикала көндәр йылына

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, майҙың һалҡынса икенсе декадаһынан һуң республикаға йәйге йылы килә.

Республикала көндәр йылынаРеспубликала көндәр йылына
Республикала көндәр йылына

«Майҙың өсөнсө ун көнлөгөндә уртаса һауа температураһының норманан 4-5° юғарыраҡ булыуы көтөлә. Был аҙнала көньяҡ киңлектәрҙән һауа массаларының таралыуына бәйле һауа температураһы төндә +9, +14°, таулы райондарҙа +3, +8°, көндөҙ +24, +29° тиклем күтәрелә»,  — тип белдерҙе синоптиктар.

Атмосфера баҫымы юғары булғанда яуым-төшөм көтөлмәй. Бындай һауа шарттары йәнә янғын хәүефе шарттарын ҡатмарлаштыра.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас