Бөтә яңылыҡтар

Ял көндәрендә һауа торошо

Синоптиктар ял көндәренә һауа торошо прогнозы менән таныштырҙы

Ял көндәрендә һауа торошо
Ял көндәрендә һауа торошо

Иртәгә, 10 июндә, республикала төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен, Башҡортостандың көньяғында яуым-төшөмһөҙ. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, айырым райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6, +11 градус, таулы райондарҙа +1-гә тиклем. Көндөҙ +20, +25 градус.

11 июндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе фаразлана, республиканың көньяғында яуым-төшөмһөҙ. Ел талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13 градус, көндөҙ +17, +22. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында +23, +28 градус.

12 июндә – Рәсәй көнөндә республикала аяҙлы-болотло була. Һауа температураһы көндөҙ +16, +17 градус.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Читайте нас: