Һауа торошо Погода
21 Июнь 2023, 05:40

Йылыны ҡасан көтөргә?

Башҡортостанда - аномаль һыуыҡтар.

Синоптиктар фаразлауынса, был аҙнала һауа температураһы йылылығы менән һөйөндөрмәй. Көндөҙ - +12;+17, төндә +3;+8 градус буласаҡ. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуасаҡ.

Бары 28 июндән генә көндәр йылына, 24 градусҡа тиклем күтәреләсәк.

Июль башы эҫе булмаҡсы. Термометр бағанаһы +28;+30 градусҡа саҡлы күтәреләсәк.

Автор:Әлмира Әйүпова
Читайте нас