Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
22 Июнь 2023, 09:35

Ҡырау төшә, ямғыр яуа

Синоптиктар киләһе көндәргә һауа торошо менән таныштырҙы

Ҡырау төшә, ямғыр яуа
Ҡырау төшә, ямғыр яуа

Киләһе өс көндә Башҡортостанда һалҡын һәм ваҡытлыса ямғырлы һауа торошо һаҡланасаҡ, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республика буйынса бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, еңелсә. Һауа температураһы көндөҙ +13...+18 градус.

23 июндә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан, еңелсә, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3...+8, төньяҡ һәм таулы райондарҙа –2...0 гардус, ҡырау төшә, көндөҙ +14...+19 градус.

24 июндә шулай уҡ республика буйынса урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан, еңелсә, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +4...+9, көндөҙ +15...+20 градус.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: