

Яндекс. Һауа торошо сервисы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 26 июндә, аяҙлы болотло була. Һауа температураһы көндөҙ +19...+20, төндә +10...+13 градус булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә.
Шишәмбелә, 27 июндә, аяҙ буласаҡ. Һауа температураһы көндөҙ +19...+22, төндә +5...+14 градус тәшкил итә. Ел төньяҡтан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә, тип прогноз бирә синоптиктар.
Шаршамбы көндө, 28 июндә, аяҙлы-болотло була. Һауа температураһы көндөҙ +25 градусҡа тиклем күтәрелә, төндә +12...+17 градус. Ел көнбайыштан һәм көньяҡ-көнбайыштан секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.