Һауа торошо Погода
30 Июнь 2023, 04:35

31 градусҡа тиклем эҫетә һәм ямғырҙар яуа

Ял көндәренә һауа торошо

31 градусҡа тиклем эҫетә һәм ямғырҙар яуа31 градусҡа тиклем эҫетә һәм ямғырҙар яуа
31 градусҡа тиклем эҫетә һәм ямғырҙар яуа

Киләһе ял көндәре Башҡортостанда эҫе буласаҡ, әммә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуа, күк күкрәй, йәшен йәшнәй, борсаҡ яуа, тип прогноз бирә синоптиктар.

Бөгөн 30 июндә республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан, еңелсә. Һауа температураһы көндөҙ +26...+31 градус.

Шәмбелә, 1 июлдә, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшен. Ел көньяҡтан, еңелсә, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13...+18, көндөҙ+26...+31 градус.

Йәкшәмбелә, 2 июлдә, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы ихтимал, урыны менән күк күкрәй, борсаҡ яуа. Ел көньяҡтан, еңелсә, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +10...+15, көндөҙ +20...+25 градус.

Ейәнсура районына килгәндә, Яндекс.Һауа торошо мәғлүмәттәре буйынса, 1 июлдә кисен һәм 2 июлдә көндөҙ ҡойма ямғырҙар яуыуы көтөлә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас