

Яндекс. Һауа торошо сервисы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ.
Бөгөн, 24 июлдә, көндөҙ болотло, төндә аяҙ һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +23...25, төндә +10...+18 градус. Ел көньяҡтан һәм секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.
Киләһе ике көндө, 25 һәм 26 июлдә, башлыса аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +29 градусҡа тиклем күтәрелә, төндә +13...+21 градус. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.