

Йәй уртаһы үтеп китеүгә ҡарамаҫтан, июль айының һуңғы көндәрендә, синоптиктар прогноздары буйынса, бик эҫе буласаҡ.
Яндекса. Һауа торошо сервисы мәғлүмәттәре буйынса, Бөгөн Ейәнсура районында көндөҙ аяҙлы-болотло, төндә аяҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +33 градусҡа тиклем күтәрелә, төндә иһә +15...+24 градус буласаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, секундына 3 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 29 июлдә, аяҙ буласаҡ. Көндөҙ термометр бағанаһы +34 градусҡа тиклем күтәрелә, төндә +18...+24 градус. Ел көнсығыштан һәм төньяҡ-көнсығыштан, еңелсә.
Аҙнаның һуңғы көнө, 30 июль, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ буласаҡ, тип прогнозлана. Һауа температураһы көндөҙ +30...+33, төндә +18...+24 градус буласаҡ. Ел көнсығыштан һәм көньяҡ-көнсығыштан секундына 3-5 м тиҙлектә иҫә.