

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә эҫе һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ.
Яндекс. Һауа торшо сервисы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, бөгөн, 14 августа, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +31 градусҡа тиклем күтәрелә, төндә +13...+19 градус тәшкил итә.
Иртәгә, 15 августа, аяҙлы-болотло, яуым төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +29...+31, төндә +18...+23 градус буласаҡ.
Шаршамбыла, 16 августа, болотло һәм аяҙлы-болотло булыуға ҡарамаҫтан, яуым-төшөм прогнозланмай. Термометр бағанаһы көндөҙ +28...+29, төндә +18...+21 градус күрһәтәсәк.