

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында аҙнаның һуңғы көнөндә эҫе бер аҙ һүреләсәк.
Яндекс. Һауа торшо сервисы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, бөгөн, 14 августа, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +32 градусҡа тиклем күтәрелә, төндә +15...+22 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнсығыштан, еңелсә.
Иртәгә, 19 августа, аяҙлы-болотло, яуым төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +31...+33, төндә +18...+24 градус буласаҡ. Ел башлыса төньяҡтан иҫә, талғын.
Йәкшәмбелә, 20 августа, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы прогнозлана. Термометр бағанаһы, алдағы көндәргә ҡарағанда бер аҙ түбәнәйеп, көндөҙ +28...+29, төндә +10...+20 градус күрһәтәсәк.