

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында ял көндәрендә көслө ямғырҙар яуа.
Яндекс. Һауа торшо сервисы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, бөгөн, 26 августа, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +17...+18, төндә +6...+11 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 27 августа, болотло булыуы, көндөҙ көслө ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +15...+16, төндә +11...+12 градус буласаҡ. Ел көнбайыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Киләһе аҙна башында, 28 августа, болотло була, бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +13...+14, төндә +6...+9 градус тәшкил итә. Ел башлыса көнбайыштан секундына 4-6 м тиҙлектә иҫә.