

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә һауа температураһы +5 градусҡа тиклем түбәнәйә.
Яндекс. Һауа торшо сервисы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, бөгөн, 3 сентябрҙә, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +18...+21, төндә +6...+14 градус тәшкил итә. Ел төньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Киләһе ике көндә, 4 һәм 5 сентябрҙә, шулай уҡ аяҙ һәм аяҙлы болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +21...+22 тәшкил итә, төндә +5 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел башлыса төньяҡтан секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.