

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә ҡойма ямғырҙар көтөлә.
Яндекс. Һауа торшо сервисы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, бөгөн, 8 сентябрҙә, Ейәнсура районында болотло була, ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +14, төндә +10...+11 градус тәшкил итә. Төньяҡ-көнбайыштан еңелсә ел иҫә.
Иртәгә, 9 сентябрҙә, башлыса болотло була, ваҡыты менән көслө ямғырҙар яуа. Һауа температураһы көндөҙ +10...+11, төндә +7...+9 градус буласаҡ. Ел төньяҡтан төньяҡ-көнбайыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Аҙнаның һуңғы көнөндә, 10 сентябрҙә, шулай уҡ болотло булыуы, ҡойма ямғыр яуыуы көтлөлә. Һауа температураһы көндөҙ +12...+14, төндә +7...+9 градус буласаҡ. Ел башлыса төньяҡ-көнбайыштан секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.