

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә йылы була, ямғырҙар туҡтала.
Яндекс. Һауа торшо сервисы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, бөгөн, 12 сентябрҙә, Ейәнсура районында болотло була, ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +16...+18, төндә +7...+10 градус тәшкил итә. Төньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан еңелсә ел иҫә.
Иртәгә, 13 сентябрҙә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +16...+18, төндә +7...+9 градус буласаҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.
Кесе йомала, 14 сентябрҙә шулай уҡ аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ +17...+19, төндә +7...+11 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.