

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында көслө ямғыр яуа.
Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздары буйынса, бөгөн, 15 сентябрҙә, Ейәнсура районында аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +20...+22, төндә +8...+12 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.
Иртәгә, 16 сентябрҙә, аяҙлы-болотло була, көндөҙ һәм кис ҡойма ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +17...+20, төндә +8...+12 градус буласаҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.
Аҙнаның һуңғы көнөндә, 17 сентябрҙә шулай уҡ аяҙлы-болотло, төндә аяҙ була, яуым-төшөм прогнозланмай. Термометр бағанаһы көндөҙ +17...+20, төндә +7...+11 градус күрһәтә. Ел – төньяҡ-көнсығыштан, еңелсә.