Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо/Погода
19 Сентябрь , 09:35

Көндәр ҡапыл һыуыта

Һауа торошо

Көндәр ҡапыл һыуыта
Көндәр ҡапыл һыуыта

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса,  киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында аяҙ һәм яуым-төшөмһөҙ була.

Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздары буйынса, бөгөн, 19 сентябрҙә, Ейәнсура районында аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +17...+21, төндә +6...+12 градус тәшкил итә. Ел башлыса төньяҡ-көнбайыштан секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 20 сентябрҙә, аяҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +16...+18 тәшкил итеп, төндә 0...+1 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел төньяҡтан, талғын.

Кесе йомала, 21 сентябрҙә шулай уҡ аяҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ +17...+20, төндә +4...+7 градус күрһәтә. Ел – көньяҡ-көнбайыштан, еңелсә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас в