Һауа торошо Погода
24 Сентябрь 2023, 04:35

Әбейҙәр сыуағы дауам итә

Һауа торошо

Әбейҙәр сыуағы дауам итәӘбейҙәр сыуағы дауам итә
Әбейҙәр сыуағы дауам итә

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса,  Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә аяҙ һәм йылы була.

Яндекс. Һауа торшо сервисы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, бөгөн, 24 сентябрҙә, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +20...+24, төндә +7...+13 градус тәшкил итә. Ел төньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан секундына 1-2 м тиҙлектә иҫә.

Киләһе аҙнаның тәүге ике көнөндә, 25 һәм 26 сентябрҙә, шулай уҡ аяҙ һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +21...+24, төндә +7...+12 градус буласаҡ. Ел башлыса төньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан секундына 1-2 м тиҙлектә иҫә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас