Һауа торошо Погода
29 Сентябрь 2023, 04:35

Оло йәштәгеләр көнөндә Ейәнсурала сыуаҡ буласаҡ

Һауа торошо

Оло йәштәгеләр көнөндә Ейәнсурала сыуаҡ буласаҡОло йәштәгеләр көнөндә Ейәнсурала сыуаҡ буласаҡ
Оло йәштәгеләр көнөндә Ейәнсурала сыуаҡ буласаҡ

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса,  аҙна аҙағында Ейәнсура районында аяҙыта.

Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздары буйынса, бөгөн, 29 сентябрҙә, Ейәнсура районында болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +14...+17, төндә +6...+11 градус тәшкил итә. Ел көнбайыштан һәм көньяҡ-көнбайыштан секундына 1-2 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 30 сентябрҙә, Ейәнсура районында шулай уҡ болотло булыуы бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +13...+16, төндә +3...+9 буласаҡ. Ел төньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан секундына 2 м тиҙлектә иҫә.

1 октябрҙә, Оло йәштәгеләр көнөндә, аяҙ буласаҡ. Термометр бағанаһы көндөҙ +16...+18 градус күрһәтә, төндә +2-гә тиклем түбәнәйә. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан секундына 2 м тиҙлектә иҫә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас