

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндөрҙә Ейәнсура районында көслө ямғырҙар яуыуы көтөлә.
Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 4 октябрҙә, көндөҙ болотло була, кискә аяҙыта. Һауа температураһы көндөҙ +14...+18, төндә +7...+10 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.
Иртәгә, 5 октябрҙә, шулай уҡ көндөҙ аяҙлы-болотло булыуы, төндә көслө ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +17...+19, төндә +10...+12 буласаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көньяҡтан секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.
Төндә башланған ямғыр, йомала, 6 октябрҙә лә дауам итәсәк – синоптиктар уның кискә генә туҡталыуын фаразлай. Термометр бағанаһы көндөҙ +15...+16 градус күрһәтә, төндә +6-ға тиклем түбәнәйә. Ел башлыса көньяҡ-көнбайыштан секундына 2-4 м тиҙлектә иҫә.