Һауа торошо Погода
9 Октябрь 2023, 04:35

Ейәнсурала ямғырҙар ҡасан туҡтай?

Һауа торошо

Ейәнсурала ямғырҙар ҡасан туҡтай?Ейәнсурала ямғырҙар ҡасан туҡтай?
Ейәнсурала ямғырҙар ҡасан туҡтай?

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса,  киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында бер аҙ ямғыр яуа, көндәр һыуыта.

Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 9 октябрҙә, көндөҙ болотло була, бер аҙ ямғыр, төндә аяҙыта. Һауа температураһы көндөҙ +6, төндә +1...+4 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көньяҡтан, еңелсә.

Иртәгә, 10 октябрҙә, шулай уҡ көндөҙ болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +5...+6, төндә +3...+4 градус буласаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Шаршамбыла, 11 октябрҙә, аяҙлы-болотло, башлыса яуым-төшөмһөҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ +5...+7 градус күрһәтә, төндә –1-гә тиклем түбәнәйә. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көньяҡ-көнсығыштан секундына 1-3 м тиҙлектә иҫә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас