Һауа торошо Погода
14 Октября 2023, 04:35

Ейәнсурала киләһе көндәр яуым-төшөмһөҙ була

Һауа торошо

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса,  киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында ямғырҙар туҡтала.

Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 14 октябрҙә, көндөҙ болотло була, бер аҙ ямғыр, төндә яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ +10...+12, төндә +1...+3 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.

Иртәгә, 15 октябрҙә, шулай уҡ болотло булыуы, әммә яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +9...+14, төндә +6...+8 градус буласаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көньяҡтан секундына 2-4 м тиҙлектә иҫә.

Киәлһе аҙна башында, 16 октябрҙә, көндөҙ аяҙлы-болотло, төндә  аяҙ була, яуым-төшөм көтөлмәй. Термометр бағанаһы көндөҙ +14...+16, төндә +5...+9 градус күрһәтә. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көньяҡ-көнсығыштан секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас