

Башгидромет үҙәк мәғлүмәте буйынса, бөгөн республикала урыны менән ямғыр яуып үтәсәк. Ел көньяҡтан, урыны менән көслө. Температура көндөҙ +3, +8 градус.
19 октябрҙә лә урыны менән ямғыр көтөлә. Тик ул төньяҡ һәм таулы райондарҙа ҡар ҡатыш буласаҡ. Һауа температураһы төндә -3, +2, ә көндөҙ +3, +8.
20 октябрҙә лә шундай һауа торошо фаразлана.
«Башинформ» хәбәр итеүенсә, кисә, ел көсәйеү сәбәпле, Башҡортостанда киске 8-гә электр уты өҙөлөү тураһында - 131, ағастар ҡолау тураһында - 79 һәм ҡыйыҡтар зыян күреү хаҡында 25 хәбәр килгән. Һөҙөмтәлә 3 кеше зыян күргән, 18 автомобиль зыян күргән.