Һауа торошо Погода
19 Октябрь 2023, 04:35

Синоптиктар тағы ҡойма ямғырҙар прогнозлай

Һауа торошо

Синоптиктар тағы ҡойма ямғырҙар прогнозлайСиноптиктар тағы ҡойма ямғырҙар прогнозлай
Синоптиктар тағы ҡойма ямғырҙар прогнозлай

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса,  аҙна аҙағында Ейәнсура районында көслө ямғырҙар көтөлә.

Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 19 октябрҙә, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +7...+9, төндә –2...0 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 20 октябрҙә, болотло булыуы, көндөҙ ҡойма, төндә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +7...+8, төндә +3...+4 градус буласаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.

Шәмбелә, 21 октябрҙә, шулай уҡ болотло була, көндөҙ һәм төндә бер аҙ ямғыр яуа. Термометр бағанаһы +5...+6 градус күрһәтә. Ел көньяҡтан секундына 6-7 м тиҙлектә иҫә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас