Һауа торошо Погода
24 Октябрь 2023, 04:35

Ейәнсурала көндәр һыуыта, ҡар яуа

Һауа торошо

Ейәнсурала көндәр һыуыта, ҡар яуаЕйәнсурала көндәр һыуыта, ҡар яуа
Ейәнсурала көндәр һыуыта, ҡар яуа

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса,  киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында һауа температураһының түбәнәйеүе, ҡар яуыуы көтөлә.

Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 24 октябрҙә, болотло була, ҡойма ямғырҙар яуа. Һауа температураһы көндөҙ +6...+7, төндә +8...+9 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 25 октябрҙә, болотло булыуы, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +1, төндә –3...–1 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.

Кесе йомала, 26 октябрҙә, шулай уҡ болотло була, бер аҙ ҡар яуа. Термометр бағанаһы көндөҙ –1...0, төндә –4...–3 градус күрһәтә. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас