

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында яуым-төшөмдәр туҡталмай.
Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 29 октябрҙә, көндөҙ һәм төндә ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +10...+12, төндә +3...+6 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көньяҡтан секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 30 октябрҙә, шулай уҡ болотло була, бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы көндөҙ +2, төндә 0...+2 градус буласаҡ. Ел көнбайыштан 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Октябрҙең һуңғы көнө лә яуым-төшөмлө буласаҡ – көндөҙ ҡар, кисен һәм төндә ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +1...+3, төндә +5...+6 градус күрһәтә. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.