Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында аяҙ була, –2 градусҡа тиклем һыуыта.
Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 3 ноябрҙә, болотло, әммә яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +9...+10, төндә +5...+6 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.
Шәмбелә, 4 ноябрҙә, аяҙ һәм көндөҙ 7-8 градус йылы була, төндә һауа температураһы –2 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 1-2 м тиҙлектә иҫә.
Йәкшәмбелә, 5 ноябрҙә, шулай уҡ аяҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +4...+8, төндә –2...0 градус күрһәтә. Ел көнсығыштан секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.