Һауа торошо Погода
8 Ноября 2023, 04:35

Тағы быҫҡаҡ ямғырҙар башланды. Улар ҡасан туҡтар?

Һауа торошо

Тағы  быҫҡаҡ ямғырҙар башланды. Улар ҡасан туҡтар?Тағы  быҫҡаҡ ямғырҙар башланды. Улар ҡасан туҡтар?
Тағы быҫҡаҡ ямғырҙар башланды. Улар ҡасан туҡтар?

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса,  киләһе көндәр Ейәнсура районында ямғырлы була.

Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 8 ноябрҙә, болотло була, көндөҙ һәм төндә быҫҡаҡлап ямғыр яуа. Һауа температураһы +5...+7 градус тәшкил итә. Ел көнбайыштан секундына 3 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 9 ноябрҙә, болотло, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ була, төндә бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +6..+7,  төндә +4...+5 градус буласаҡ. Ел көнбайыштан һәм көньяҡ-көнсығыштан секундына 1-2 м тиҙлектә иҫә.

Йома көндө, 10 ноябрҙә, шулай уҡ болотло булыуы, көн дауамында бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +6...+7, төндә +4...+5 градус күрһәтә. Ел башлыса көньяҡтан секундына 4-6 м тиҙлектә иҫә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас