

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәр Ейәнсура районында ямғырлы була.
Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 13 ноябрҙә, болотло була, төндә ямғыр яуа. Һауа температураһы +4...+6 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнсығыштан иҫә, талғын.
Иртәгә, 14 ноябрҙә, болотло була, көндөҙ һәм төндә ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +5..+6, төндә +3...+5 градус буласаҡ. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Шаршамбыла, 15 ноябрҙә, шулай уҡ болотло булыуы, көн дауамында бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +2...+4 градус күрһәтә. Ел төньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан секундына 2 м тиҙлектә иҫә.