

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында һыуыта һәм ҡар яуа.
Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 18 ноябрҙә, болотло була, бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы көндөҙ –2, төндә –8...–5 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 19 ноябрҙә, аяҙ һәм яуым төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –4...–2, төндә –9...–8 градус буласаҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.
Киләһе аҙнаның тәүге көнөндә, 20 ноябрҙә, болотло булыу бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ –2...0, төндә –1...0 градус күрһәтә. Ел көнсығыштан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.