Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
20 Ноябрь 2023, 10:10

Башгидрометүҙәк синоптиктары алдағы ике көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Көн торошо

Башгидрометүҙәк синоптиктары алдағы ике көнгә һауа торошон хәбәр итте.
Башгидрометүҙәк синоптиктары алдағы ике көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн 20 ноябрь артыҡ яуын-төшөм күҙәтелмәйәсәк. Көндөҙ көньяк-көнбайыш райондарҙа ғына әҙерәк ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа күсеүсән. Һауа температураһы -1,-6 градус көтөлә.

Шишәмбе һәм шаршамбы көндәрендә епшек ҡар һәм ямғыр ҡатыш ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа юлдарҙы боҙлауыҡ ҡаплаясаҡ. Шулай уҡ ағастарға һәм сымдарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарға ҡар һырынтылары өйөлөүе көтөлә. Ел  көньяҡ-көнсығыштан, талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә -2,-7 градус, көндөҙ -2,+3 градус буласаҡ тип фаразлана.

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: