Һауа торошо Погода
28 Ноябрь 2023, 04:35

Киләһе көндәрҙә һыуыта

Һауа торошо прогнозы

Киләһе көндәрҙә һыуытаКиләһе көндәрҙә һыуыта
Киләһе көндәрҙә һыуыта

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса,  киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында һыуыта.

Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 28 ноябрҙә, болотло була, көндөҙ бер аҙ ямғыр, кисен һәм төндә ҡар яуа. Һауа температураһы көндөҙ +1...+2, төндә –1...+1 градус тәшкил итә. Ел көнбайыштан секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 29 ноябрҙә, болотло була, көндөҙ һәм төндә бер аҙ яуа. Һауа температураһы көндөҙ –2..–1,  төндә –6...–3 градус буласаҡ. Ел башлыса көнбайыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Көҙҙөң һуңғы көнөндә, 30 ноябрҙә, аяҙ булыуы, төндә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ –5...–3 градус күрһәтәсәк, төндә –10-ға тиклем түбәнәйә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас