Һауа торошо Погода
3 Декабрь 2023, 04:35

Көндәр ҡасан һыуыта?

Һауа торошо прогнозы

Көндәр ҡасан һыуыта?Көндәр ҡасан һыуыта?
Көндәр ҡасан һыуыта?

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса,  киләһе аҙнала Ейәнсура районына ҡышҡы һыуыҡтар килә.

Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 3 декабрҙә, болотло була, бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы көндөҙ –4, төндә –5...–6 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнбайыштан һәм көньяҡ-көнбайыштан, секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 4 декабрҙә, болотло була, иртәнсәк ҡар, көндөҙ көслө ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +2..+3,  төндә +0...+3 градус буласаҡ. Ел башлыса көньяҡтан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Шишәмбелә, 5 декабрҙә, шулай уҡ болотло булыуы, көн дауамында бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ –6...–4, төндә –9...–8 градус күрһәтә. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Синоптиктар прогноздарынан күренеүенсә, киләһе аҙна уртаһында көндәр аяҙытып, ҡапыл һыуыта – һауа температураһы –22...–20 градусҡа тиклем түбәнәйә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас