

МЧС-тың Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Ҡыйғы районының Йосоп ауылында термометр бағаналарының –41 градусҡа тиклем түбәнәйеүе теркәләгән, тип яҙа “Башинформ”. 7 декабрҙә ошо уҡ ауылда һауа температурыһы –37 градус тәшкил иткән.
Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында ярайһы уҡ һыуыҡ була.
Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 8 декабрҙә, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –20...–18, төндә –26...–23 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан һәм төньяҡ-көнсығыштан секундына 1-2 м тиҙлектә иҫә.
Ял көндәрендә, 9 һәм 10 декабрҙә, башлыса аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –19..–21, төндә –22...–24 градус буласаҡ. Ел башлыса төньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан секундына 1-2 м тиҙлектә иҫә.
Киәләһе аҙнаның тәүге көнөндә, 11 декабрҙә, һауа температураһы көндөҙ –26, төндә –30 градусҡа тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.