

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында йылыта.
Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 18 декабрҙә, болотло була, көн дауамында бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы көндөҙ –8, төндә –7...–6 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 19 декабрҙә, шулай уҡ болотло булыуы, еңелсә ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ –3..–4, төндә –5...–4 градус буласаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.
Шаршамбыла, 20 декабрҙә, болотло була, ҡар яуа. Термометр бағанаһы көндөҙ +1...+2 градусҡа тиклем күтәрелә. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан секундына 6-8 м тиҙлектә иҫә, буран сыға прогнозлай синоптиктар.