Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
28 Декабрь 2023, 09:35

Бер аҙ һыуытҡандан һуң тағы йылыта

Һауа торошо

Бер аҙ һыуытҡандан һуң тағы йылыта
Бер аҙ һыуытҡандан һуң тағы йылыта

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса,  йылдың һуңғы көндәре Ейәнсура районында йылы була.

Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 28 декабрҙә, болотло була, көндөҙ ҡар ҡатыш ямғыр, төндә ҡар яуа, буран сыға. Һауа температураһы көндөҙ 0...+1, булһа, төндә 7 градусҡа тиклем һыуыта. Төньяҡ-көнбайыштан иҫкән елдең тиҙлеге төндә секундына 7-8 метрға етә.

Иртәгә, 29 декабрҙә, шулай уҡ болотло булыуы, ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ –8..–7,  төндә –5...–4 градус буласаҡ. Ел көнбайыштан һәм көньяҡ-көнбайыштан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.

Ял көндәрендә, болотло була, бер аҙ ҡар яуа. Термометр бағанаһы 0...+1 градусҡа тиклем күтәрелә.  Ел башлыса көньяҡ-көнбайыштан секундына 3-5 м тиҙлектә иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: