Бөтә яңылыҡтар

Тағы йылыта, ҡар ҡатыш ямғыр яуа

Һауа торошо

Тағы йылыта ҡар-ҡатыш ямғыр яуа
Тағы йылыта ҡар-ҡатыш ямғыр яуа

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында көндәр тағы йылыта

Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 2 ғинуарҙа, көндөҙ аяҙ, төндә болотло була, бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы көндөҙ -18...-17, булһа, төндә -6 градусҡа тиклем күтәрелә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.

Иртәгә, 3 ғинуарҙа, шулай уҡ болотло булыуы, епшек ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ һәм төндә –2...–1 градус буласаҡ. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.

4 ғинуарҙа, болотло була, бер аҙ ҡар яуа. Термометр көндөҙ -5...-1, төндә -8...-6 градус күрһәтәсәк.  Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: