Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
12 Ғинуар , 12:35

Ял көндәрендә тағы һыуытасаҡ

Һауа торошо

Ял көндәрендә тағы һыуытасаҡ
Ял көндәрендә тағы һыуытасаҡ

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында ял көндәрендә 32 градусҡа тиклем һыуыта.

Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 12 ғинуарҙа, болотло була, ҡар яуа, буранлай. Һауа температураһы көндөҙ –9...–5, булһа, төндә –25 градусҡа тиклем һыуыта. Көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан иҫкән елдең тиҙлеге көндөҙ секундына 7-8 метрға етә.

Ял көндәрендә шулай уҡ болотло булыуы, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ –27...–23 градус күрһәтһә,  төндәрен –32-гә тиклем түбәнәйәсәк. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көньяҡтан, талғын, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: