Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
17 Ғинуар , 09:35

Көндәр бер аҙ йылына һәм буранлай

Һауа торошо

Көндәр бер аҙ йылына һәм буранлай
Көндәр бер аҙ йылына һәм буранлай

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәр бер аҙға йылыраҡ була.

Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 17 ғинуарҙа, болотло була, ҡар яуа, буран сыға. Һауа температураһы көндөҙ –11...–10, булһа, төндә –9...–8 градусҡа тиклем күтәрелә. Көньяҡ-көнсығыштан һәм көньяҡтан иҫкән елдең тиҙлеге секундына 7-8 метрға етә.

Иртәгә, 18 ғинуарҙа, шулай уҡ болотло булыуы, еңелсә ҡар яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ –8...–7 градус күрһәтһә,  төндә –15-кә тиклем түбәнәйә. Ел башлыса көньяҡтан иҫә, талғын, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: